icon_gotop
18+
autorisation
Войти | Регистрация
Время в Татышле
17:56
Понедельник, 29 Апреля
Рекламный баннер 990x90px top

КОНКУРС ЙОМҒАҠТАРЫН ИҒЛАН ИТӘБЕҘ!

07:16 27.09.2023 16+
КОНКУРС ЙОМҒАҠТАРЫН ИҒЛАН ИТӘБЕҘ!

Дуҫтар! Ниһәйәт, бер нисә ай дауамында барған "Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин..." видеоконкурсының йомғаҡтарын иғлан итер ваҡыт етте. Бер еңеүсене редакция хеҙмәткәрҙәренән торған жюи ағзалары, икенсеһен тауыш биреү юлы менән һеҙ үҙегеҙ һайлайһығыҙ, тип вәғәҙә биргәйнек. Уйланыҡ-уйланыҡ та, был вәғәҙәнән ситкә тайпылырға булдыҡ. Һеҙҙең файҙаға, әлбиттә

Еңеүселәр икәү түгел, ә алтау буласаҡ, үәт! Бына уларҙың исемдәре:

Руслан Абдуллин, Ейәнсура районы, Өмбәт ауылынан,

Олиә Ситдиҡйәнова, Борай районы Таңғатар ауылынан,

Зинира Шәрәфиева, Тәтешле районы Юғары Тәтешле ауылынан,

Мәүҙиға Баймөхәмәтова, Әбйәлил районы Ҡырҙас ауылынан,

Ильяс Янбаев, Баймаҡ районы Ҡаратал мәктәбе уҡыусыһы.

Шулай уҡ еңеүселәр араһына Илеш районынан журналыбыҙҙың күптәнге әүҙем дуҫы Эльмира Насыртдинова ла инде. Ул тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынға сыҡты.

Ҡотлайбыҙ!

Еңеүселәргә бүләктәр Рәмил Йәнбәктең тыуған яғы Күгәрсен районынанда уҙасаҡ хәтер һәм шиғриәт кисәһендә тапшырыласаҡ. Был хаҡта айырым хәбәр итербеҙ.

2235

Оставить сообщение: