Башҡорт теленән диктант яҙайыҡ!
27 апрель «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – 2024» акцияһы үтә.
2024 йылдың 27 апрель көнө 11:00 сәғәттә (Өфө ваҡыты) «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» телеканалында, акцияның рәсми сайтында, акцияны ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәре сәхифәләрендә дикторҙар диктант тексын тура эфирҙа уҡый башлай:
сәғәт 11:00-ҙән сәғәт 11:25-кә тиклем – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн;
сәғәт 11:30-ҙан сәғәт 12:00-кә тиклем – башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн;
сәғәт 12.05-нән сәғәт 12.30-гә тиклем – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.
Һәр ҡатнашыусының диктантты өйҙә үҙ аллы яҙыу мөмкинлеге бар. Тамамланғас, диктант яҙылған ҡағыҙҙы фотоға төшөрөп, электрон почтаға
bashdictant2024@mail.ru йәки телеграмма-ботҡа
https://clck.ru/ept22 2024 йылдың 29 апреле 23:59 сәғәткә (Өфө ваҡыты буйынса) тиклем ебәрергә кәрәк.
Шул уҡ ваҡытта диктантты 2024 йылдың 29 апрель 23:59 сәғ. тиклем
https://clck.ru/epszz рәсми сайтында һәм ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә (
https://clck.ru/34q3yB ,
https://clck.ru/3A8Mkw) эфирҙың видеояҙмаһын ҡарап яҙырға мөмкин.
Диктантта ҡатнашыусыларға сертификаттар электрон почтаға йә телеграм-боттан ебәреләсәк.
Оставить сообщение: