icon_gotop
18+
autorisation
Войти | Регистрация
Время в Татышле
05:33
Четверг, 25 Июля
Рекламный баннер 990x90px top

* * *

18:11 29.01.2023 16+
* * *
Сүләш әле, егет, минең белән,
Күптән серләшкән юҡ без икәү.
Менәйекме ғәзиз Торатауға?
Миңә охшай менә бу битләү.
Показать ещё
Сүлә миңә олатайлар төсө
Асылыңа күчкән нилектән?
Озон бер йыл төшсөз минең төнөм,
Бәлки, йоҡлай алмай интекмәм.

Сүлә миңә ничек ил тойғосо
Ергә ал ҡан белән язылған?
Кемнең рухы булып ҡалҡты икән
Битләүләрдә үскән бу ҡылған?

Эндәшмәйсең...
Бәлки, йырларғалыр?
Безнең халыҡ йырға бик оста.
Көй башласаҡ, таң да атыр микән,
Төнләре дә хәзер бик ҡысҡа.

Бик теләсәң, берне биеп ебәр,
Ул да сүләр хәлен ирләрнең!
Йәнә офоҡларға төбәлдең дә
Уйларыңны йыраҡ ебәрдең...

Сүлә миңә, сүлә барысын да -
Ил тарихы итеп мин язам.
Фирдәүеснең ҡошо булып сайрай
Берәү таңдан.
Бөгөн - жаназаң.

Лариса Абдуллина
17.01.2023.

2705

Оставить сообщение: