12-се февралдән 16-сы февралгә тиклем мәктәптә Туған телеңдең ҡәҙерен бел һәм ярат девизы аҫтында туған телдәр аҙналығы үткәрелде
13:10 18.02.2024 16+
12-се февралдән 16-сы февралгә тиклем мәктәптә “Туған телеңдең ҡәҙерен бел һәм ярат” девизы аҫтында туған телдәр аҙналығы үткәрелде.
Аҙналыҡтың беренсе көнөндә 5-9-сы синыф уҡыусылары “Башҡорт телендә һөйләшәм” темаһы аҫтында стенд эшләнеләр.
Шишәмбелә 6-8-се синыф уҡыусылары өсөн “Ҡыҙыҡлы грамматика” үткәрелде.
Шаршамбы көн уҡыусылар өсөн башҡорт халыҡ риүәйәттәре буйынса төшөрөлгән «Алтын атлы һыбайлы» фильмы күрһәтелде. Унда төп ролдәрҙе Фидан Ғафаров менән Таңсулпан Бабичева башҡара. Аҙаҡ башҡорт теле дәрес¬тәрендә уҡыусылар менән ошо кино буйынса фекер алышыу үткәрелде.
Кесаҙна көн 5,9-сы класс уҡыусылары өсөн “Йомробаш” уйыны үткәрелде. Уйын бик күңелле һәм фәһемле уҙҙы.
Аҙналыҡты дауамы итеп, йома көндө, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Әнғәм Атнабаевтың ижады буйынса әҙәби ҡунаҡхана ойошторолдо.
Туған телдәр аҙналығы матур үтте, балалар бик фәһемле мәғлүмәттәр алды. Был сара уларға оҡшаны, башҡорт теленә ҡарата ихтирам тыуҙы, шиғриәт, әҙәбиәт юлына илһамландырҙы.
Оставить сообщение: