14 декабрь Башҡорт теле көнө!
11:58 15.12.2023 16+
14 декабрь — Башҡорт теле көнө!
Башҡорт телен һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереү маҡсатында үткәрелгән көн. Был көн 2015 йылдан башлап билдәләнә башлай. Уны рәсмиләштереү тураһындағы указ 2019 йылдың 29 ноябрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тарафынан ҡабул ителде.
Башҡорт теле көнө уңайынан 1-се һанлы Ғәли Соҡорой исемендәге һәм 2-се һанлы Үрге Тәтешле урта мәктәп уҡыусылары араһында башҡорт теленә арналаған “Башҡорт теле – дуҫлыҡ теле” тигән квиз үтте. Сарала балалар төрлө конкурстарҙа ҡатнаштылар: викторина һорауҙарына яуап бирзеләр, мәҡәлдәр төҙөнөләр, шиғырҙарға рифма һалдылар, фразеологик берәмектәргә аңлатма бирҙеләр. Ярыштар араһында музыкаль паузалар ҙа булып, уҡыусыларҙың кәйефтәрен күтәрҙеләр.
Беҙ үҙебеҙҙең телебеҙҙе белергә тейеш, сөнки тел – бөтә кешелектең иң ҙур хазинаһы, иң көслө ҡоралы, телебеҙҙе һаҡлайыҡ, хөрмәт итәек!
Оставить сообщение: