icon_gotop
18+
autorisation
Войти | Регистрация
Время в Татышле
01:25
Среда, 2 Апреля
Рекламный баннер 990x90px top

Ер биҙәлә, йәмләнә ил-

08:00 29.03.2025 16+
Ер биҙәлә, йәмләнә ил-
Күңелдәге якты нурға.
Беҙҙең тыуып ү:кән яҡта
Хеҙмәт юлдаш дәртле йырға.
Ак бәхеткә, мөхәббәткә
Тәтешледә таңнар ата,
Күңел йырлы туған яҡта,
Ерем моңло йыр ярата.
Кем уҙҙарҙан эшләй халҡым,
Таң ҡалырһың һылыуҙарға,
Ут егеттәр, ут ҡыҙҙарға.
Без йәшәгән йондоҙло тау,
Төн матурлап, нур уйната.
Тәтешлелә илһам арта,
Йырһыҙ килгән йырлы ҡайта.
Күңелебеҙ -яҙ гөлдәре-
Яҡын иткән һәр бер дуҫҡа.
Тәтешлеләр күрешкәндә
Йөрәк хисен һала усҡа.
Ҡыр ҡаҙҙары ҡош юлынан
Сәләм илтә йән-дуҫтарға.
Дуҫлыҡ һәр саҡ сәскә атһын
Бәрәкәтле был яҡтарҙа.
755

Оставить сообщение: